+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 12:27

Рәсәй Президенты гранттарына эштәр ҡабул ителә башланы

Гранттарға ғариза биреү 15 октябргә тиклем дауам итә.

Рәсәй Президенты гранттарына эштәр 1 сентябрҙән ҡабул ителә башланы. Иҫәп буйынса 10-сы конкурс коммерция булмаған һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар араһында үткәрелә.
Грант социаль, мәҙәни, белем биреү һәм башҡа коммерция булмаған проекттарға бирелә.
Гранттарға ғариза биреү 15 октябргә тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә Республика Йәмәғәт палатаһы социаль проекттар төҙөү буйынса дүрт вебинар ойоштора, улар ҡатнашыусыларға заявкаларҙы дөрөҫ тултырырға ярҙам итәсәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән РФ Президенты гранттары сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: