+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 16:00

«Науруз» ансамбле Ҡазанда Халыҡ-ара фестивалдә гран-при яуланы

Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан «Науруз» халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле «Ҡазан һөлгөһө» V Халыҡ-ара йыр һәм бейеү сәнғәте фестиваль-конкурсында гран-при яуланы.

Башҡортостандан ансамбль 23 йәштән өлкәнерәк йәш категорияһында "Инструменталь музыка" (соло, ансамбль) номинацияһында билдәләнде.
Быйыл фестиваль 28-30 августа Татарстандың баш ҡалаһында онлайн-форматта үтте. Уны Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Ҡазан ҡалаһы башҡарма комитетының Мәҙәниәт идараһы булышлығы менән «Сәйҙәш» мәҙәниәт үҙәге ойошторҙо.
«Мин конкурсҡа һуңғы сығыштарыбыҙҙың видеоматериалдарын ебәрҙем, – тип һөйләне ансамбль етәксеһе Зөлфирә Сәлимова. — 2019 йылда ансамбль төбәк-ара, республика конкурстарында бик күп ҡатнашты. Беҙ быға әҙер булғанбыҙҙыр, моғайын. Был, әлбиттә, коллективтың, ансамблдә ҡатнашыусыларҙың хеҙмәте – улар барыһы ла өлкән йәштә, ләкин дәртлеләр, һәр ваҡыт ҙур теләк менән сығыш яһайҙар. Улар быға лайыҡтыр, тип уйлайым, был еңеү уларға артабан сығыш яһарға көс-дәрт өҫтәр тип ышанам. Мин һаман 600 ғаризанан финалға сығыуыбыҙға ышанмайым. Ғаризаларҙы ебәрергә ярҙам иткән мәҙәниәт бүлегенә, методистарға рәхмәт белдерәм».
Фестиваль-конкурстың маҡсаты – ер йөҙөндә йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтенең күп төрлөлөгөн күрһәтеү, халыҡ йыр-бейеү сәнғәтенең үҙенсәлеген һаҡлау, тәжрибә менән уртаҡлашырға мөмкинлек биреү, талантлы башҡарыусыларға, иң мөһиме, халыҡтар араһында дуҫлыҡҡа һәм үҙ-ара аңлашыуға булышлыҡ итеү.
Халыҡ йыр, бейеү һәм инструменталь жанрҙарҙы яңғыҙ һәм ансамбль менән башҡарыусыларҙан 600-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны – 3000 меңдән ашыу.
Быйыл фестиваль-конкурс Рәсәйҙең 30-ҙан күберәк төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән (Ҡазан, Алабуға, Яр Саллы, Татарстандың муниципаль райондары, Тула, Силәбе, Свердловск, Һарытау, Һамар, Ульяновск, Ленинград, Новосибирск, Калининград, Кемеров, Томск, Киров өлкәләре, Пермь һәм Краснодар крайҙары, Удмурт Республикаһы, Сыуашстан, Мордовия, Башҡортостан, Бүрәт Республикаһы, Әрмәнстан, Үзбәкстан, Бөйөк Британия, Төркиә, Япония, Ҡытай, Болгария, Канада) ҡатнашыусыларҙы берләштерҙе.
Быйылдан башлап «Ҡазан һөлгөһө» фестиваль-конкурсы ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында үткәрелә. Фестиваль-конкурстың жюрийы составына Рәсәйҙең танылған музыканттары инде. Жюри рәйесе, проект авторы һәм фестиваль президенты — Рәсәйҙең халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, музыкаль башҡарыу кафедраһы профессоры Лима Ҡустыбаева.
https://www.bashinform.ru/news/1489683-ansambl-navruz-iz-bashkirii-poluchil-gran-pri-mezhdunarodnogo-festivalya-v-kazani/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: фестиваль
Читайте нас в