-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2020, 17:40

Лариса Абдуллина Халыҡ-ара Ғамзатов әҙәби фестивалендә ҡатнаша

6-10 сентябрҙә Дағстан Республикаһының Махачкала ҡалаһында «Аҡ торна көндәре» ХХХIV Халыҡ-ара Ғамзатов әҙәби фестивале ойошторола. Фестиваль ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында уҙғарыла.

Сарала шағирә, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнаша.
6 сентябрҙә Рәсүл Ғамзатов проспектында шағирҙың һәйкәле янында Ғамзатов уҡыуҙары уҙҙы. Уҡыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалды һәм бөйөк шағирҙың шиғырҙарын уҡыны. Шул уҡ көндә «Креатив» клубы ағзалары башҡорт шағирәһе Лариса Абдуллина менән осрашты.
«Балалар Ғамзатовтың ижадын белә, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Барыһы ла Рәсүл Ғамзатовтың шиғырҙарын рус телендә уҡыһа ла, улар араһында төрлө милләт вәкилдәре: аварҙар, ҡумыҡтар, дарғындар бар ине. Дағстан, Башҡортостан кеүек үк, күп милләтле республика, — тине Лариса Абдуллина «Башинформ» агентлығына. — Мин тыуған төйәгебеҙ, Уралыбыҙ, «Аҡбуҙат» журналы хаҡында һөйләнем, шиғырҙар уҡыным. Иң шәп шиғыр һөйләүселәрҙең береһе, икенсе класс уҡыусыһы Әминә Алигаджиеваға журналыбыҙҙы бүләк иттем. Балалар башҡорт телен ҡыҙыҡһынып тыңланы, ҡайһы берҙәре айырым төрки һүҙҙәрен аңланы».
Бөгөн Махачкаланың Рәсүл Ғамзатов исемендәге 50-се мәктәбендә «Аҡ торна көндәре» ХХХIV Халыҡ-ара Ғамзатов әҙәби фестивален рәсми асыу тантанаһы була.
https://www.bashinform.ru/news/1489761-larisa-abdullina-prinimaet-uchastie-v-mezhdunarodnom-gamzatovskom-literaturnom-festivale/
Ләйлә Аралбаева
Теги: әҙәбиәт
Читайте нас в