+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 17:30

«Өс таған» фильмы Мәскәүҙә «Йәшәрбеҙ» кинофестивалендә ҡатнашты

Башҡорт кинорежиссёры Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы Мәскәүҙә «Йәшәрбеҙ» кинофестивалендә бер юлы өс призға лайыҡ булды.

«Тулы метражлы уйын киноһы» номинацияһында икенсе урын, «Иң яҡшы актер ансамбле» өсөн диплом һәм Мәскәү ҡала думаһынан бүләк.
«Йәшәрбеҙ» кинофестивале – Рәсәйҙең төп киносмотрҙарының береһе. Кинофестиваль барышында иң яҡшы төрлө жанрлы эштәр күрһәтелә. Программаға 31 фильм инде, уларҙың 11-е өсөн был премьера булды.
Айнур Асҡаровтың Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильмы Рәсәйҙә прокатҡа сығырға әҙерләнә. «Өс таған» фильмын премьера алдынан күрһәтеү 2019 йылда Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан ойошторолдо.
Фильмдың төп геройҙары – дүрт малай. Ролдәрҙе Өфөнән, Баймаҡтан һәм Сибайҙан урта класс уҡыусылары Илдар Биҡҡолов (Ғабдулла), Руслан Ҡаҙаев (Айҙар), Арыҫлан Ғәлиев (Вәзир), Ильяс Кинйәбулатов (Яҡуп) башҡарҙы. Картинала башҡорт театрҙарының билдәле актерҙар Азат Йыһаншин, Вәкил Йосопов, Тәнзилә Хисамова, Әхәт Хөсәйенов, Гөлшат Ғайсина, Айһылыу Йомағолова һәм башҡалар ҡатнашты.
Фильмды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Асҡарфильм» студияһы төшөрҙө. Икенсе режиссер — Руслан Юлтаев, ҡуйыусы рәссам — Айгөл Байрамғолова, ҡуйыусы оператор— Вячеслав Ложковой, композитор — Камил Абдуллин, костюмдар буйынса рәссам — Әлиә Хансен, реквизит буйынса рәссам — Анастасия Андреева.
Сығанаҡ - «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: