-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2020, 18:50

Өфөлә башҡортса эшлекле әңгәмә ҡорорға теләгәндәр өсөн пособие донъя күрҙе

«Эшлекле башҡорт теле» — Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әҙерләп нәшер иткән баҫма шулай тип атала. Проект уҡыу ҡулланмаһы һәм эш ҡағыҙы өлгөләре булып тора.

Уҡыу ҡулланмаһының тәүге бүлегендә эшлекле башҡорт теленең морфологик һәм синтаксик характеристикалары асыла, эшлекле аралашыу мәҙәниәте буйынса мәғлүмәт бирелә. Бында авторҙар «Рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлеге-белешмәһе» һәм теоретик белемде нығытыу өсөнө практик эштәр тәҡдим итә. Баҫманың икенсе бүлеге — «Эш ҡағыҙы өлгөләре»нең үҙгәртелгән, тулыландырылған баҫмаһы.
«Эшлекле башҡорт теле» ҡулланмаһы эшлекле стилдә яҙырға өйрәнергә йәки оҫталығын арттырырға теләгәндәр өсөн тәғәйенләнгән. Баҫма — башҡорт телен төрлө кимәлдә белгән аудитория өсөн дә яҡшы ҡулланма. Атап әйткәндә, дөрөҫ һөйләшмәйем тип уйлағандар һәм халыҡ алдында сығыш яһарға, эшлекле һөйләшеүҙәр алып барырға оялғандар өсөн», — тип белдерҙеләр Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондында.
«Эшлекле башҡорт теле» проекты Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Ҡулланма авторҙары – филология фәндәре докторҙары Фирҙәүес Хисаметдинова һәм Гөлфирә Абдуллина. Авторҙаштар булып филология фәндәре кандидаты Гөлназ Вәлиева һәм фондтың мәғариф буйынса белгесе Фәнзилә Ғәзизова сығыш яһаны.
Баҫманы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды офисында һатып алырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17, 6-сы ҡат, 603-сө бүлмә.
https://www.bashinform.ru/news/1488611-v-ufe-izdali-posobie-dlya-zhelayushchikh-vesti-delovye-besedy-na-bashkirskom-yazyke/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: китап сығарыу, эшлекле башҡорт теле
Читайте нас в