+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2020, 13:47

Сибайҙа «Мираҫ» исемле яңы музыкаль спектакль өҫтөндә эш башланды

Сибай концерт-театр берләшмәһендә «Мираҫ» исемле яңы музыкаль спектакль өҫтөндә эш башланды. Тамашаны филармония һәм «Сулпан» балалар театры артистары бергә әҙерләй.

«Премьера быйыл көҙ көтөлә, — тип белдерҙе спектаклде әҙерләүселәр «Башинформ» агентлығына. — Төрлө музыка-сәхнә жанрҙары, музыкаль стилдәр менән аралаштырылған спектакль тамашасылар өсөн асыш булыр һәм сағыу тәьҫораттар бүләк итер».
Тамаша өҫтөндә Өфө ҡалаһынан саҡырылған ижади төркөм эшләй: сценарий авторы – Миләүшә Ҡаһарманова, ҡуйыусы режиссер – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, костюмдар буйынса рәссам – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова. Рәссам – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Алтын битлек» Бөтә Рәсәй милли театр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән Альберт Нестеров, композитор – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, хореограф – Александр Родионов.
Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.
https://www.bashinform.ru/news/1488100-v-sibae-nachalas-rabota-nad-novym-muzykalnym-spektaklem-nasledie/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: