+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 15:20

Сентябрҙә Башҡортостанда кинотеатрҙар һәм театр-концерт ойошмалары асыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров "Коронавирус инфекцияһы таралмауына бәйле “Юғары әҙерлек” режимы индерелеүе” тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Уларға ярашлы, 1 сентябрҙән кинотеатрҙар һәм кинозалдар, шулай уҡ мәҙәниәт йорттарында балалар түңәрәктәре үҙ эшен башлай.
15 сентябрҙән театр-концерт ойошмалары һәм мәҙәниәт йорттары ишектәрен аса.
Бөтә учреждениелар ҙа коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәйәсәк.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: