+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 16:34

Радий Хәбиров республика уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотланы

Бөгөн, 1 сентябрҙә, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика уҡыусыларына һәм уҡытыусыларына мөрәжәғәт итеп, уларҙы Белем көнө, яңы уҡыу йылының башланыуы менән ҡотланы.

«Балаларҙың үҙҙәренең уҡытыусыларын нисек һағынғанын яҡшы беләм. Уҡытыусыларҙың да һеҙҙе һағынғанын беләм. Эйе, уҙған уҡыу йылы бөтәбеҙ, хатта кескәйҙәр һәм өлкән класс уҡыусылары өсөн еңел булманы. Сөнки өйҙә ултырып уҡырға тура килде. Балаларға ла, уҡытыусыларға ныҡ ҡыйын булды. Шуға ҡарамаҫтан, быйылғы уҡыу йылын һәр ваҡыттағыса кластарҙа, мәктәптәрҙә башларға хәл иттек», — тине республика башлығы.
Радий Хәбиров уҡыусыларҙан коронавирусҡа ҡаршы сараларҙы үтәүгә яуаплы ҡарауҙарын, үҙҙәрен дә, уҡытыусыларҙы ла һаҡлауҙарын һораны.
Республика башлығы һүҙҙҙәренсә, ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, өлкән класс уҡыусыларының күпселеге Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырҙы. Башҡортостанда быйыл вуздарҙа бюджет урындары һаны 1,5 меңгә арттырылды. Киләһе йылда – 2 меңгә тиерлек.
«Был нимә тураһында һөйләй? Һеҙҙең республикабыҙҙың яҡшы белем биргән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү мөмкинлегегеҙ арта. Иң мөһиме – һеҙ бында йәшәрһегеҙ һәм ата-әсәйҙәрегеҙ менән айырылышмаҫһығыҙ. Шуға күрә был һеҙҙең өсөн мөһим йыл. Ул еңел булмаҫ, моғайын. Ләкин үҙегеҙгә ышанһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр», — тине Радий Хәбиров өлкән класс уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп.
Республика етәксеһе башланғыс кластарҙың ошо уҡыу йылынан башлап мәктәптә бушлай туҡланасағын әйтте. Быйыл 150 мәктәп тәртипкә килтерелгән.
«Иң ҙур мәктәптәрҙә хәҙер заманса стоматология кабинеттары бар. Уларҙа тәжрибәле теш табиптары эшләй. Шуға күрә уҡыусыларға мөрәжәғәт итәм: стоматология кабинеттарына ҡурҡмай барығыҙ һәм мәктәпте тамамлағанда матур тештәрегеҙ менән йылмайып сығығыҙ. Йәнә шуны әйтмәксемен: мәктәптәрҙә төрлө программаларҙы ғәмәлгә индерәбеҙ – «Юғарыға ос!», «Спорт көрәшен – мәктәптәргә» һәм башҡалар. Шуға мәктәптә уҡығанда ваҡытты бушҡа үткәрмәгеҙ. Аҙаҡ ваҡытығыҙ булмаҫ. Күберәк уҡығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, шул саҡта үҙенә ышанған һәм көслө егет-ҡыҙҙар, Башҡортостандың ысын вәкилдәре булып үҫерһегеҙ. Барығыҙҙы ла ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйем!» – тине Радий Хәбиров һүҙен йомғаҡлап.
Азат Ғиззәтуллин
https://youtu.be/pHrwtHh6F0Q
Читайте нас: