+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2020, 11:04

11 сентябрҙә Башҡортостанда милли кейем көнө үтә

Был турала кисә республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе һәм уның әһәмиәтлеген билдәләп үтте.

Милли костюм көнөндә ойоштороллған сараларҙың күбеһе онлайн форматта була.
11 сентябрҙә БР мәҙәниәт министрлығы социаль селтәрҙәрҙә флешмоб иғлан итә. Унда ҡатнашыу өсөн милли кейемдә фото төшөп, #МойНациональныйКостюм, #МиллиКейем хештэгтары менән билдәләргә кәрәк. Иң яҡшы фоторәсемдәр 2021 йылғы фотокалендарҙә баҫылып сығасаҡ.
Милли кейем көнөнә арналған сараларҙы Өфөнөң “Торатау” конгресс холы янында йомғаҡлау ҡарала. Унда “Евразия йөрәге” Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Этнотөн” үтәсәк. Фестивалдә ҡатнашыусылар милли кейемдә күмәкләп түңәрәктә өйөрөләсәк.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: