Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бөтә Рәсәйгә билдәле тенор, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан тыш күрше-тирәләге атаҡлы Екатеринбург, Силәбе, Пермь, Ҡазан ҡалаларының опера театрҙары менән хеҙмәттәшлек иткән, хатта Мәскәүҙең Ҙур театры һәм Петербургтың Мария театрҙары сәхнәләрендә лә йырлаған Илһам Вәлиев һәм уның улы, йәш йондоҙ, башҡорт телендә үҫмерҙәр өсөн «Тамыр» каналы тарафынан төшөрөлгән тәүге «Бирешмә» сериалында уйнаусы актер, йырсы, быйыл ғына Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты булып киткән Хәйҙәр Вәлиевтәр тураһында мәҡәлә.
Уның фильмдарының исеме юҡ, тик һандар ғына, һәм «СОВЕРШЕННО СЕКРЕТНО» тамғаһы һуғылған. Ә ул үҙе, «Бер кемгә лә бер нимә лә һөйләмәм», – тигән ҡултамғаһын ҡуйғас, 40 йыл буйына бөтә күргән- белгәндәрен тик хәтерендә генә йөрөтә...
Рәсәйҙең 1-се телеканалында күрһәтелеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыусы, «үтә ныҡ серле» башҡорт егете – кинооператор Мәхмүт Рафиҡов тураһында «Номерной» документаль фильмын төшөрөүсе һәләтле йәш кинорежиссер Гөлназ Ғәлимуллина һәм Мәхмүт Рафиҡовтың йәш сағын уйнаусы Фаил Илембәтов менән ҡыҙыҡлы интервью уҡығыҙ.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ысын мәғәнәһендә елле актерыбыҙ Хәким Мортазин тураһында.
«ГЕНЕРАЛ ИҒЗАҠОВ», бер бейеүҙең тарихы.
Мөнир ҠУНАФИНДЫҢ “Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын...” исемле беҙҙең йәмғиәт хаҡындағы пьесаһы.
Һәм башҡа ҡыҙыҡлы материалдар.