Баймаҡ районынан бер-нисә матурлыҡ салоны парикмахерҙары аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге мәктәп уҡыусыларына заманса прическалар эшләне. Ишһариндар ғаиләһендә биш бала, өсәүһе мәктәп йәшендә. Ғәҙел Ишһаринға прическаны бушҡа яһанылар. Хәйриә акцияһынан сәскә салондары ла ситтә ҡалмаясаҡ. Сәскә һатыусылар 31 августа «Беренсе синыфҡа уҡырға барыусыға гөлләмә» флешмобында ҡатнашасаҡ.