Мишкә районында «Ырыу ағасы» Республика форумы сиктәрендә «Бабич һүҙе» видеоконкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығына арналғайны. Ойоштороусылары - Республика халыҡ ижады үҙәге һәм "Аҡбуҙат" балалар журналы.
Конкурстың Гран-приһы Өфө ҡалаһынан Искәндәр Әминевҡа бирелде. 7 йәшкә тиклемге балалар араһында 1 урынды - Йылайыр районынан Нәркәс Бикбулатова, мәктәп уҡыусылары араһында Һамар өлкәһенән Розалина Мостафина яуланы.
«Ырыу ағасы» - халыҡ ижады конкурс-фестивалдәрен, шәжәрә байрамын, халыҡ уйындарын, фәнни-ғәмәли конференцияларҙы, семинар, оҫталыҡ дәрестәрен берләштергән мәҙәни проектар серияһы.
Шәйехзада Бабичтың 125 йыллығын байрам итеү сиктәрендә «Ырыу ағасы» Мишкә районы Ҡығаҙытамаҡ ауылында эшселәргә һәйкәл һәм Ш.Бабич музейы асыласаҡ.