-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август 2020, 12:00

Ағиҙел яры буйында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы караоке уҙғарҙы

Репертуарҙа 150 нән ашыу йыр тип белдерә, ойоштороусылар. Ретро һәм заман хиттары һайлап алынған. Караоке бер сәғәт тирәһе барҙы.

Тамашасылар башҡортса караокеға ҡушылып йырланы, йырҙың һүҙҙәре сәхнәгә ҡуйылған ҙур экранда яҙылып барҙы. Репертуарҙа 150 нән ашыу йыр тип белдерә, ойоштороусылар. Ретро һәм заман хиттары һайлап алынған. Караоке бер сәғәт тирәһе барҙы. Йылға буйындағы саф һауа, матур итеп ҡояш байыуы, йылы йәйге кис һәм туған телдә яңғыраған йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Матур, юғары кимәлдә эшләнгән Ағиҙел яры буйында килгән һәр тамашасыға ултырырға уырын етә. Был урын һис шикһеҙ баш ҡала һәм уның ҡунаҡтарының яратҡан мәҙәни һәм ял урынына әүреләсәк.
Читайте нас в