+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Август 2020, 10:55

"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә Благовар районында беренсе яңы быуын модель китапханаһы асылды

27 августа Благовар районы Языково ауылында беренсе район моделле яңы быуын китапханаһы асылды.Хәҙер китапханаға төрлө йәштәге 6 меңдән ашыу кеше йөрөй, уның фонды 59 меңдән ашыу китап, гәзит-журналдар, электрон баҫмалар тәшкил итә.

Китапхана заман талабына ярашлы итеп төрлө зоналарға бүленгән, хәҙер китап яратыусылар китапхана эсендә уңайлы итеп урынлашыр өсөн үҙ мөйөшөн таба аласаҡ.
Беренсе ҡатта балалар йәшен һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алып эшләнгән уҡыу зоналары урынлашҡан. Кескәй китап уҡыусылар өсөн йомшаҡ түшәктәр, интерактив өҫтәл, ҡоро бассейн, өҫтәл уйындарын берләштергән уңайлы зона бар.
"Кадрҙа китап" исемле зонала төрлө мауыҡтырғыс саралар үткәрергә мөмкинселек бар. Телевизор һәм уйын приставкалары менән йыһазландырылған уйын залы ҙурыраҡ балаларға тәғәйенләнгән. Шулай уҡ китапхана интерактив панель, интерактив ҡомлоҡ, виртуаль ысынбарлыҡ шлемы, планшеттар һәм электрон китаптар менән йыһазландырылған.
Китап уҡыусылар менән эштә яңы инновация формалары менән эш итәсәктәр. Мәҫәлән, электрон викториналар, төрлө темаларға видеоэкскурсиялар, презентациялар үткәреү китап һөйөү уятыуға этәргес буласаҡ. Әҙәби-музыкаль программалар, конкурс йә уйын формалары, асыҡ майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, ҡурсаҡ театры ла ойошторорға ниәтләй китапхана хеҙмәткәрҙәре.
Өлкәндәр өсөн икенсе ҡатта 4 зона бүленгән. Белем биреү зонаһында һәр кем замана техникаһы ярҙамында Милли электрон китапханаһында кәрәкле мәғлүмәт таба аласаҡ, компьютерҙа эшләргә өйрәнергә йә уның менән файҙаланырға, лингвафон ҡорамалы ярҙамында сит телдәрҙе өйрәнергә мөмкинселек менән ҡуллана ала.
Ял зонаһы театрлаштырылған тамашалар, әҙәби кисәләр, флешмобтар, виртуаль конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү өсөн яраҡлаштырылған. Шулай уҡ йомшаҡ диван, өҫтәл һәм матбуғат саралары урынлашҡан тағы бер ял итеү зонаһы бар.
Заман ҡорамалдары ярҙамында китапхана яңы проектарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҙур мөмкинселектәр булдыра. Мәҫәлән, бында модель әҙерләү һәм конструкциялау өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.Яңы баҫма ҡорамалдары менән китапхана реклама буклеттары, брошюралар баҫтырыу мөмкинселегенә эйә.
Сәләмәтлеге сикләнгән китап уҡыусылар өсөн дә барлыҡ шарттар булдырылған. Китапхана махсус белешмә карточкалары һәм күрһәткестәр менән йыһазландырылған. Махсус рәүештә тифлокомпьютер һәм ҡорамалдар алынған.
Китапханала ижади ҡарашлы, профессионал белгестәрҙән торған коллектив эшләй. Заман технологиялары һәм махсус ҡорамалдар ярҙамында улар китапханаға күберәк кешеләрҙе йәлеп итеү өсөн тырышып эшләйәсәктәр.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: