“Беҙҙең Башдрамтеатр артистары менән ошондай проектты булдырыу идеяһы күптән яралды, сөнки беҙҙең ижади потенциалыбыҙ бик ҙур, сәхнәгә хореографик әҫәрҙәрҙе лайыҡлы кимәлдә сығарырлыҡ талантлы, көслө, бар йәһәттән "һығылмалы" йәштәребеҙ бар. Мин А.С.Пушкин Театрының С.Айытматовтың “Әсә яланы" исемле спектаклен күргәс, үҙебеҙҙә лә пластик спектакль ҡуйыу идеяһы менән йәшәй башланым, һуңынан Е.Б.Вахтангов исемендәге театрҙың “Анна Каренина” исемле хореодрамаһы ла был идеяға ҡуҙ өҫтәне. Был проекттың үҙенсәлеге шунда - спектаклдең авторы һәм режиссеры ла булып хореограф тора. Беҙҙең осраҡта был эштәрҙе Алина Мостаева үҙ өҫтөнә аласаҡ.”