-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 10:30

Өфөлә икенсе тапҡыр “Әсәлек таланттар аса” исемле күргәҙмә үҙ ишектәрен асты.

Проект БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам министрлығы, “Бәхет территорияһы” изгелек фонды, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы менән берлектә ойошторола. Был проект махсус белеме булмаған ҡатын-ҡыҙҙарға ижади һәләттәрен асырға һәм йәш әсәләр араһында яңы таланттар табырға ярҙам итә.

Рәссамдар өсөн махсус оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Профессионал рәссам Лиана Мкртчян менән бергә теләге булған һәр кеше ҡулына ҡылҡәләм алып, ғаилә тураһында картина яҙырға мөмкинселек тапты.Сараны асыу тантанаһында билдәле рәссам Рушания Бәҙретдинова, “Мираҫ” галереяһының арт-директоры Ольга Рамазанова, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы Әмир Мәзитов, МЕГА сауҙа үҙәге идара рәйесе Екатерина Малешина ҡатнашты. “Әсәлек таланттар аса” күргәҙмәһе МЕГА сауҙа үҙәгенең икенсе ҡатында 6 сентябргә тиклем барасаҡ. Инеү ирекле.
Читайте нас в