-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Август 2020, 12:21

Башҡортостан милли тәбиғәт паркында видеокамераға айыуҙар эләкте

Яҙманан күренеүенсә, тайыштабандар урманда утлап йөрөй. Кадрҙа инә айыу һәм уның ике балаһы. Улар кеше йөрөгән юлға ҡурҡмайынса сыға, үҙҙәрен иркен тоя. Билдәле булыуынса, был һуҡмаҡ Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһенә илтә.

Белгестәр йыртҡыстарҙың ҡыланышынан сығып, тәбиғәт паркында ҡырағай йәнлектәр өсөн уңайлы мөхит булдырылыуын билдәләй. Тимәк, хозур тәбиғәт мөйөшөндә кеше эшмәкәрлеге сикләнгән, ә хайуандарға үрсеү өсөн мөмкинлек бар. Тәбиғәт паркы биргән аңлатма ла был һығымтаны раҫлай. Әле Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһе йүнәлеше туристар өсөн ябыҡ.
Читайте нас: