+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2020, 18:40

Нефтекама ҡалаһында уҡ атыу буйынса семинар үтәсәк

27 августа Нефтекама ҡалаһында БР башлығы Грантына «Мәргән уҡсының ете ырыуы» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йәйәнән уҡ атыу буйынса семинар-практикум үтәсәк.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең алдынғы белгесе, «Мәргән уҡсы» ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин ҡатнашыусыларҙы ойошма менән таныштырасаҡ, фестивалдәр, уҡ ярыштары, башҡорт ирҙәренең кейемдәре тураһында һөйләйәсәк. Семинарҙың практик өлөшөндә ҡатнашыусылар йәйәнән уҡ атыу буйынса беренсе тәжрибә аласаҡ.
Проектың маҡсаты – төрлө тамашалар үткәреү өсөн урындарҙа уҡсылар клубын әҙерләү. Киләсәктә Ейәнсура районында ла уҡсылар йүнәлешен үҫтереү өсөн яндар, уҡтар, ҡалҡандар һатып алынды.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: