+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2020, 10:45

Республика хәрби дан музейында QR-кодтар барлыҡҡа килде

Республика хәрби дан музейында QR-кодтар барлыҡҡа килде. Улар ярҙамында музей ҡарарға килеүселәр аудиояҙма аша лекция тыңлай йә экспонаттың тарихы менән таныша аласаҡ.

Бының өсөн экскурсовод та кәрәкмәй, камералы кеҫә телефоны һәм интернетҡа сығыу мөмкинселеге булһа еткән. Аудиояҙмалар рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә әҙерләнгән.
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Читайте нас: