- Артабан музейҙы йыһазландырыу башлана, - ти Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын ҡулланыу һәм һаҡлау буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин.“Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы районда һәм республикала туристик инфраструктураны артабан үҫтереүсе проект буласаҡ. Музейҙың күп яҡлы экспозицияһы палеолит дәүеренең ҡаяға һүрәт төшөрөү сәнғәтен генә түгел, палеонтология, этнография һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнеүгә лә булышлыҡ итәсәк. Экспозициянан тыш, комплекста конференц-зал, балалар фән үҙәге, фәнни стационар, кафе, архив, фонд һаҡлау урындары бар.