Һәйкәлде төҙөү идеяһы Андрей Назаровтыҡы булһа, скульпторы - Мәскәү ҡалаһынан Вадим Кириллов. Әйткәндәй, ул - 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына арналған һәйкәлдең дә авторы. Яңы һәйкәлдең бейеклеге 2,3-2,5 метр тәшкил итә. Бронзанан яһалған композицияла төҙөүсе ҡатын-ҡыҙ менән таусы ир-егет һынландырылған. Импровизацияланған шахта күтәргестең бейеклеге - 6 метр. Һәйкәлде йөҙләү урындағы һорғолт-алһыу төҫтәге гранит менән башҡарылған. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм башҡалар ҡатнашты. "Ошо ҡалаға нигеҙ һалғандарға һәйкәл асып, уларға үҙебеҙҙең хөрмәт һәм ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Сибайҙы беҙ барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Һәйкәлде төҙөүҙең ҡала хакимиәте, Урал тау-металлургия кампанияһы, эшҡыуарҙарҙың дөйөм көсө менән менән башҡарылыуына шатмын. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым", - тине республика Башлығы. Ҡала юбилейына арналған байрам саралары Үҙәк майҙанда дауам итә. Сибайҙарға байрам кәйефен бүләк итергә Мәскәү, Өфө ҡалаларынан йырсылар килгән.