+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 12:00

“Ижад” күргәҙмәләр залы

Рәсәй дәүләт флагы көнөнә арнап саралар үткәрә

22 августа Рәсәй дәүләт флагы көнөн билдәләү сиктәрендә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейының “Ижад” күргәҙмәләр залы Республика музейҙар акцияһында ҡатнаша.
Был көндә мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн байрам саралары ойошторола.
13 сәғәттә Рәсәй триколорын ҡулланып декоратив төйрәмес эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе була. 14 сәғәттә балалар араһында асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсы үтәсәк.
Саралар асыҡ һауала, “Ижад” күргәҙмәләр залы майҙаны алдында буласаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Космонавтар урамы, 22 йорт.
Читайте нас: