+9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2020, 16:33

Башҡортостандың “Һылыуҡай” бәйгеһе Бөтә Рәсәй статусын алды

Төп приз – еңел автомобиль. Конкурста 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге һылыуҡайҙар ҡатнаша ала.

Бәйгенең ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, MTVmix холдингы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы Бәйге өс этапта үткәрелә.
1-се этап - сентябрҙән ноябрға тиклем тәбәктәрҙә, Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондарында үткәрелә. 2-се этап – финалға һайлап алыу туры Өфөлә 2020 йылдың 7 ноябрендә буласаҡ. Финалға уҙыусы ҡыҙҙар менән хореография, вокал, актерлыҡ оҫталығы буйынса махсус белгестәр эшләйәсәк, 3-сө этап – Финал бәйге Өфөлә 2020 йылдың 3 декабрендә буласаҡ.
Читайте нас: