+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2020, 12:00

ГРАНТТАР

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы 2021 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә БР Башлығы гранты тапшырыу буйынса конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тураһында иғлан итте.

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы 2021 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә БР Башлығы гранты тапшырыу буйынса конкурсҡа заявкалар ҡабул итеү тураһында иғлан итте.
Грант музыка, театр, белем биреү, хореография, һынлы сәнғәт, кино, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапханалар эше, халыҡ ижады һәм кәсептәре өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, үҫтереү, таратыу һәм арттырыу маҡсатында тапшырыла.
Сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә – 150 мең һумдан 10 грант, ижади коллективтарға – 420 мең һумдан 5 грант тапшырыласаҡ.
Заявка формаһы менән БР мәҙәниәт министрлығы сайтында, Гранттар бүлегендә танышырға мөмкин. Конкурс материалдары рецензияланмай һәм кире ҡайтарылмай. Заявкалар 1 сентябрҙән 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.
БР мәҙәниәт министрлығы, Революция урамы, 18 йорт. 15-се кабинет. 9 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем. 13:00-14:00 – төшкө аш ваҡыты.
Һорауҙар буйынса (347) 280-87-66 телефоны аша мөрәжәғәт итергә.
Читайте нас: