+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 13:29

«Ҡош юлы» йәнә йондоҙҙар ҡабыҙҙы

Еңеүселәр кем?

«Ҡош юлы» башҡорт бард фестивале хаҡында белмәгән, күрмәгән, ишетмәгән кеше юҡтыр бөгөнгө көндә. Туғыҙынсы йыл рәттән һәләтле гитарала уйнап йырлаусыларҙы, шиғыр яҙыусыларҙы бер майҙанға туплаған был фестиваль башҡорт донъяһында күптән брендҡа әүерелде.
Тарихҡа күҙ ташлайыҡ...
Был фестивалдең «атаһы» – билдәле журналист, шағир Азамат Юлдашбаев. Ул «Ҡош юлы»н 2016 йылға тиклем етәкләп килде, ә артабан етәксе штурвалы фестиваль лауреаты, «Дан» рок төркөмө солисы Тимур Йосоповҡа тапшырылды.
«Ҡош юлы» – күптән йәйгеһен кенә үткәрелгән бард фестивале түгел, ул хәҙер тулы ҡанлы ойошма, хәрәкәт. Һәм ул йыл әйләнәһенә эшләй, ижад итә: «Төнгө ултырыш» кеүек концерттар, шиғри-акустик фатирниктар ойоштора, «Ҡош юлы» ҡанат биргән рок-төркөмдәр төрлө фестивалдәрҙә ҡатнаша.
Йыл да «Ҡош юлы» тәғәйен бер билдәле шәхескә арналып килде. Дим Мәннән, Виктор Цой, Ҡол Дәүләт, Рәшит Назар... Быйыл, фестивалдең Ҡыйғы ерендә булыуын иҫәпкә алып, ойоштороусылар өс көнлөк сараны билдәле шағир, драматург Рафаэль Сафинға арнаны. Һәм яңылышманы ла – әҙиптең рухы үҙе шиғырҙарында данлаған тыуған ҡырҙарында, текә ҡаяларҙа, Әй буйында «Ҡош юлы»на килгәндәрҙе оҙата йөрөнө төҫлө – шиғырҙарын һөйләнеләр, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы көйләнеләр, гала-концерт ваҡытында эргәлә урынлашҡан Йыланлы ауылынан Рафаэль Сафиндың ауылдаштары билдәле яҡташтарына арнап күргәҙмә лә ойошторғайны.
Айгөл ҒӘБИТОВА
(Мәҡәләне тулыһынса август айы (№4) һанында уҡырһығыҙ)
Читайте нас: