+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 15:00

Өфө балалар филармонияһы

ижади онлайн-марафон иғлан итә

Өфө балалар филармонияһы #ХОЧУВФИЛАРМОНИЮ (Филармонияға теләйем) ижади онлайн-марафон үткәрә. Ул 15 августан 30 октябргә тиклем үтәсәк. Унда ҙур сәхнәлә сығыш яһарға теләүсе 4 йәштән 14 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала.
Онлайн-марафонда ҡатнашыу өсөн:
Өфө балалар филармонияһының Бәйләнештә һәм Instagram социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләренә яҙылырға,
Ҡатнашыусының анкета-заявкаһын тултырырға,
[email protected] электрон адресына ижади номер төшөрөлгән яҙманы ебәрергә кәрәк.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән марафондың ҡағиҙәләрендә танышырға мөмкин. Иң яҡшы видеояҙмалар аҙна һайын Бәйләнештә селтәрендә ҡуйыласаҡ.
Ҡатнашыусыларҙы филармонияның етәкселәре баһалай һәм еңеүсе проекттың төп призы – филармонияның ижади коллективында шөғөлләнеү өсөн бер йыллыҡ абонементҡа лайыҡ буласаҡ.
Читайте нас: