+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Август 2020, 20:59

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Ислам ҡыҙы ХИСАМОВАны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Һеҙгә сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡ, тыныс тормош, ижади үрҙәр теләйбеҙ!

Алтмышынсы йылдар аҙағында, етмешенсе йылдар башында М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, бер төркөм талантлы йәштәр килә. Шул төркөмдә Рәмзиә Ислам ҡыҙы Хисамова ла оло сәхнәгә аяҡ баҫа.
1947 йылдың 18 авгусында Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тыуған ҡыҙ Ҡыйғы районының Абҙай ауылында балалыҡ йылдарын үткәрә. Йәмле Әй, Ыҡ буйҙары, Һарыбикә аҡланын уртаға бүлеп аҡҡан Шиҙәле һыуҙары актриса күңелендә нескә биҙәктәр үҫтерә, уны хисле һәм рухлы итә. Кешенең ҡиәфәте, уй-фиғеле, эске кисерештәре - яҙмыш көҙгөһө, тиҙәр. Ысынлап та, Рәмзиә Хисамованың тыныс ғорурлығында, характер ныҡлығында, маҡсатлы йәшәүендә, эске батырлығында бөтә ғүмер юлын күрәҙәлек итергә мөмкин һымаҡ, сөнки актриса ошондай характерҙы үҙе генә хөрмәтләп үҙ итмәй, образдары аша халыҡҡа еткерергә тырыша.
Рәмзиә Хисамованы ҡанатлы маҡсат Өфө сәнғәт училищеһына килтерә. Училищены һәйбәт тамалағандан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына алына.
- Күпме ғәйрәт, күпме көс булған йәш саҡта. Ғөмүмән, театр - йәштәр һөнәре, ти Хисамова. - Унда саф хистәр, ташып торған дәрт, саялыҡ, көн һайын яңырырлыҡ ҡеүәт кәрәк.
Актрисаның һүҙҙәрендә лә дөрөҫлөк бар һымаҡ, әммә - Нәркәс (И.Йомағолов. «Нәркәс»), Зөбәржәт (М.Кәрим. «Ай тотолған төндә») Агазия (М.Кәрим. «Ташлама утты, Прометей!») кеүек романтик образдарҙан һуң, һуңғы йылдарҙа Хәҙисә (Н.Асанбаев. «Ҡыҙыл паша»), Һәҙиә (Ғ.Шафиҡов. «Һәҙиә») һымаҡ драматик персонаждарҙы уйнауы Рәмзиә Хисамованың киң мөмкинлектәре хаҡында һөйләй.
Театрҙа бөгөнгө көндә барған спектаклдәрҙә актриса ихлас уйнай: «Әбейүшкә@тущка.ru» (Р.Кинйәбаев) комедияһында - Бибисара ҡарсыҡ, «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова ) мюзиклында - Таңдыса, «Бер мәл санаторийҙа...» (Н. Ғәйетбаев) комедияһында - Таһира, «Һөйәһеңме - һөймәйһеңме... » (Ф.Бүләков) трагикомедияһында - Ҡарсыҡ ролдәрен башҡара, бөтә күңелен биреп эшләгән образдарын тамашасылар ҙа яратып ҡарай.
Читайте нас: