Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда башҡорт кейемен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Унда “Селтәр” студияһы ағзалары ҡатнашты. Ҡатнашыусылар башҡорт милли кееменең элементтары менән таныштырҙы, шулай уҡ милли кейемде тергеҙеү менән шөғөлләнгән оҫтабикәләр тураһында һөйләне.