+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 12:57

Йәйҙең иң һыуыҡ аҙнаһы етте

Ҡайһы бер райондарҙа күк күкрәп ямғыр һәм боҙ яуыуы ихтимал.

Башҡортостандың төньяҡ һәм көнбайыш райондарында +1 градусҡа тиклем һыуыта. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, был 19 август төнөндә буласаҡ. Был аҙна, яҡынса фаразлауҙар буйынса, августың ғына түгел, ә бөтә йәйҙең - иң һыуыҡ аҙнаһы.
Һауа температураһы көндөҙ +13-тән +19 градусҡа тиклем күтәрелә. Төндә уртаса +8 буласаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа күк күкрәп ямғыр һәм боҙ яуыуы ихтимал.
Төбәктә ял көндәренә генә йылытасаҡ. Көндөҙ +20 градус йылы була, яуым-төшөм көтөлмәй.
Читайте нас: