+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 17:00

«НОМЕРНОЙ»

Мәхмүт Рафиҡов...СССР-ҙың иң ҙур ҡеүәтен күрһәтеүсе тәүге атом бомбаларын шартлатыуҙы тарихи киноға төшөрөүсе, үҙ-үҙен аямаған ҡыйыу кинооператор.Юрий Гагариндың ергә килеп төшкәс яһаған тәүге аҙымдарын киноға төшөрөүҙе бары уға ғына ышанып тапшыралар.91 йәшлек кинооператор – тотош совет дәүеренең өндәшмәҫ шаһиты, бер кем дә белмәгән тәрән серҙәрҙе күңелендә һаҡлай. Күптән түгел генә үҙе, башҡарған эштәре тураһында асылып, бик күп хайран булырлыҡ факттарҙы бәйән итә.

Уның исеме титрҙа бер ваҡытта ла күрһәтелмәй. Фильмдарының исеме юҡ, тик һандар ғына, һәм «СОВЕРШЕННО СЕКРЕТНО» тамғаһы һуғылған. Ә ул үҙе, «Бер кемгә лә, бер нимә лә һөйләмәм», – тигән ҡултамғаһын ҡуйғас, 40 йыл буйына бөтә күргән-белгәндәрен тик хәтерендә генә йөрөтә...Рәсәйҙең 1-се телеканалында күрһәтелеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыусы, «үтә ныҡ серле» башҡорт егете – кинооператор Мәхмүт Рафиҡов тураһында «Номерной» документаль фильмын төшөрөүсе һәләтле йәш кинорежиссер Гөлназ Ғәлимуллина һәм Мәхмүт Рафиҡовтың йәш сағын уйнаусы Фаил Илембәтов менән ҡыҙыҡлы әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.Мәхмүт Рафиҡов...СССР-ҙың иң ҙур ҡеүәтен күрһәтеүсе тәүге атом бомбаларын шартлатыуҙы тарихи киноға төшөрөүсе, үҙ-үҙен аямаған ҡыйыу кинооператор. Шартлауҙарҙы документаль кадрҙарҙа беҙ күргән күренештәрҙең барыһын да тик ул ғына төшөргән. Йәшертен хәрби һыу аҫты кәмәһен видеоға төшөрөргә күрһәтмә алып, уны үтәгәндә радиация менән ағыулана һәм мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Табиптарға үҙ хәлен һөйләргә ярамай, температураһын төшөрөү, радиацияны йыуҙырыу өсөн 3-4 сәғәт буйы душ аҫтында торорға тура килә Мәхмүт Рафиҡовҡа.Юрий Гагариндың ергә килеп төшкәс яһаған тәүге аҙымдарын киноға төшөрөүҙе бары уға ғына ышанып тапшыралар. Беренсе космонавтың Хрущевҡа телефондан шылтыратып Ергә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы тураһында отчет биреүен һәм башҡа күрһәтмәләрҙе үтәүен төшөргән берҙән-бер оператор була Мәхмүт. Гагариндың ниҙәр кисергәнен, бер кем дә күрмәгән мөшкөл хәлен бары ул ғына күрә, төшөрә һәм мәңгелек архивҡа йәшерә. Уның оҫталығын Сергей Королeв, Игорь Курчатов, академик Сахаровтар бик юғары баһалай.91 йәшлек кинооператор – тотош совет дәүеренең өндәшмәҫ шаһиты, бер кем дә белмәгән тәрән серҙәрҙе күңелендә һаҡлай. Күптән түгел генә үҙе, башҡарған эштәре тураһында асылып, бик күп хайран булырлыҡ факттарҙы бәйән итә.
М.ҠЫҘРАСОВА
(Мәҡәләне тулыһынса август айының 4-се һанында уҡырһығыҙ).
Читайте нас: