+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 12:00

Башҡорттарҙың көнкүреше

Өбөрөһөҙ балаҫ

Бынан күп быуаттар элек, һарыҡ күп үрсетелгән заманда, башҡорттарҙҙың көнкүрешендә өбөрөһөҙ балаҫ һәм келәм һуғыу ныҡ үҫешкән булған. Уларҙы торлаҡты йыһазландырыу өсөн файҙаланғандар. Балаҫтарҙы кейеҙгә тегеп тирмә иҙәненә үлән йәки септә өҫтөнә түшәгәндәр. Һуңыраҡ улар ҡунаҡ бүлмәһендә күренекле урын алған. Кейеҙгә тегелгән ҙур булмаған балаҫтарҙы түшәк итеп тотонғандар. Көндөҙ уларҙы урындыҡ мөйөшөндәге урын аяғына юрған, мендәрҙәр араһына таҫлап өйөп ҡуйғандар. Малсылыҡ менән шөғөлләнгән көньяҡ башҡорттарында үткән быуаттың урталарына тиклем балаҫ һуғыуҙың боронғо традициялары һаҡланған. Уларҙы тар шөйтөллө станокта иңен 18-25 сантиметр итеп өҙлөкһөҙ буй һалып һуҡҡандар. Эш аҙағында туҡыусының аяғы аҫтында әҙер балаҫтың ҙур ғына төргәге ятҡан. Уны 3-4 метр оҙонлоғондағы киҫәктәргә бүлгеләгәндәр. Биш-ете буйҙы бергә тегеп, келәм яһағандар.Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә һуғылған балаҫтар үҙҙәренең арҡыры һалынған буй биҙәге менән айырылып торған. Уны буялмаған еп менән аралаштырып төрлө төҫтәрҙән туҡығандар. Туҡыусының оҫталығы төҫтәрҙең аралашып килеүен күҙаллап еп әҙерләнгән саҡта уҡ күренгән.Боронғораҡ балаҫтарға аҡ-көрән һәм аҡ-һоро-ҡара төҫтәрҙең ярашып килеүе хас. Уларҙы һирәк кенә һалынған ҡуйы ҡыҙыл йәки һары һыҙыҡ менән күркәмләп ебәргәндәр. Артабан төҫтәр гөлләмәһе төрлөләнә барған. Йәшел, ҡуйы һары, шәмәхә,күк, зәңгәр буяуҙар файҙаланылған. Анилин буяуҙар биҙәккә яңы төҫмөрҙәр өҫтәгән. ХХ быуаттың урталарында һуғылған буй балаҫтар айырыуса төҫтәре төрлөлөгө менән айырылып торған. Һәр саҡ биш-алты төҫлө еп файҙаланғандар. Һарыҡ йөнөнә кәзә йөнөн ҡушыу епте йылҡылдатып ебәргән. Арҡау ебенә ағартылмаған киндер ҙә барған, һуңыраҡ кизе-мамыҡ еп тә ҡулланылған, тик йөндән генә һуғылған келәмдәр ҙә булған...(Башҡорт халыҡ сәнғәте. Икенсе китап. Биҙәкле туҡымалар, балаҫтар, кейеҙ.-Өфө, 2002. -54,56 бб.)
Фотола - Учалы ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондында һаҡланған буй балаҫтар.
Читайте нас: