-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Август 2020, 22:00

Аҡ тауыҡ ҡара булмай, ҡара тауыҡ аҡ булмай,

Аҡ тауыҡ ҡара булмағас, ҡара тауыҡ аҡ булмай(Башҡорт халыҡ таҡмағы)

Аям Цемани (Ayam Cenami) тоҡомо тауыҡтары һәм әтәстәре йөндәре менән генә ҡара түгел. Уларҙың бөтә нәмәһе лә ҡара: тәпәйҙәре, суҡыштары, кикректәре, күҙҙәре хатта эске ағзалары ла, иттәре лә...Был тауыҡтарҙы Индонезияла үрсетәләр. Ҡош киҙеүен таратыуҙан ҡурҡып, башҡа илдәргә сығармайҙар. Был тоҡом ҡоштары бик әҙ булғанға күрә Индонезияның үҙендә тере себеш хаҡы 200 долларға барып баҫа. Ә сит илдәрҙә хаҡы ике-өс тапҡырға юғары булыуы ихтимал.Аям Цемани тауыҡтары, тәбиғи булыуҙарына ҡарамаҫтан – мутанттар. Швед генетигы Лейф Андерсон был феноменды тикшергән һәм шуны асыҡлаған: уларҙа пигмент булдырыусы күҙәнәктәрҙең эшмәкәрлеген көйләүсе EDN3 гены саманан 10 тапҡырға артыҡ булғанға Аям Цеманиҙарҙы ҡараға буяй ҙа инде.Кулинарҙар әйтеүенсә, был пигмент тауыҡтың тәмен боҙмай. Әммә ҡара тауыҡтарҙы һирәк ашайҙар. Уларҙы, нигеҙҙә, декоратив маҡсаттарҙа ғына тоталар.Аям Цеманиҙар ҙурлыҡтары һәм ауырлыҡтары менән ябай тауыҡтарҙан әллә ни айырылмай.
Читайте нас: