Тауыш һәм яҡтылыҡ эффекты, сағыу костюмдар, актерҙарҙың сәхнәнән бөркөлгән ихласлығы. Тамашасы залынан спектаклде бөгөн тик ҡуйыусы режиссер ғына күҙәтә. Әҫәр шунлыҡтан тулылана, йә артыҡ урындары алып ташлана. Урал Атанбаев Сибай сәнғәт колледжының өсөнсө курс студенты. Әлеге спектаклдә уның яңы миҙгелдә уйнаясаҡ ҙур сәхнәләге беренсе роле.
«Тылсымлы ҡурай» спектакле нигеҙендә башҡорт халыҡ әкиәттәре ярылып ята. Ул федераль проект ярҙамында сәхнәгә сығарыла. Яңы сәхнә әҫәре Сибай ҡала театр сәнғәтенең ҙур яңылығы буласағына шик юҡ, ти ижади коллектив.
Сәхнә әҫәре тап башҡорт милли уйын ҡоралын пропангандалауға йүнәлтегән. Ҡуйыусы режиссер ҡурайҙың меңәр йыллыҡ тарихын кескәй тамашасыға еткереүҙе үҙенең бурысы һанай. Шуға был эшкә тотоноу үҙенә күрә яуаплылыҡ та, ти ул.
Милли орнаменттар менән байытылған спектакль рәссамы «Алтын битлек» Рәсәй милли театры премияһы лауреаты Альберт Нестеров. Тамашаға барлығы театрҙың 16 артисы йәлеп ителгән. Милли мәҙәниәтте сағылдырған спектакль бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, тигән фекерҙә ҡала Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы.