+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2020, 11:43

Өфөлә тропик емештәр бешә

Лимонарий хеҙмәткәрҙәре папайя йыя, тиҙҙән ананас өлгөрәсәк. Магазин кәштәләре ситтән килтерелгәне менән тулһа ла, Өфөлә үҫкән көньяҡ емештәренә ихтыяж юғалмай. Йылына лимондан ғына 20 тонна уңыш алына.

Һәр кемдең тиерлек баҡсаһында үҫкән ҡабаҡсыҡҡа оҡшаған емеш йәшелсәнән айырмалы оҙаҡ өлгөрә. Папайяның организмға файҙаһы тураһында мәғлүмәт етешмәгәнлектән һәм әлбиттә хаҡы юғары булғанға киң ҡулланылмай. Ә бына Өфө лимонарийында был ағас күпләп ултыртылған. Тиҙ күтәрелә, өс йылдан емеш бирә. Уны тәмләп ҡараусылар алдан заказ биреп һатып ала.
Аномаль эҫе йәй айҙарында теплица үҫемлектәрен һаҡлап ҡалыу өсөн йыш һыу һибергә тура килгән. Тропик һәм субтропик ағастар өсөн түшәмдең бейеклеге кәм тигәндә 6-8 метр булырға тейеш ти, лимонарий хеҙмәткәрҙәре. Ул сағында уңыш та мулыраҡ булыр ине. Ә былай артыҡ үҫеп китмәһен өсөн ағастың осон ҡырҡып торорға тура килә.
Тайландтан алып ҡайтып ултыртылған ананас та үҫеп килә. Ярты килограмлыҡ булһын өсөн 7-8 ай көтөргә кәрәк. Иң мөһиме- ваҡытында һыу һибеү.
Теплица шарттарында банан тәрбиәләнеүенә тиҫтә йылдан ашыу. Көньяҡ үҫемлеге, йыл башында 23 килограмдан ашыу емеш биргән. Һуңғы йылдарҙа Өфө лимонарийы туристик үҙәккә лә әйләнде. Йылына 20 меңдән ашыу кеше экскурсияға килә.
Хужалыҡ Рәсәйҙең иң ҙур лимон плантацияһы иҫәпләнә. Йыл да цитрус үҫемлектәрҙән 20 тоннанан ашыу уңыш йыйып алына. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре уйлап сығарған яңы сорттар ҙа үҙенсәлекле. Бында лимондың егерменән ашыу төрө үҫә.
Рәмилә Исмәғилева.
Читайте нас: