+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Август 2020, 20:00

«Башҡортостан йөрәге» халыҡ кәсептәре оҫтаханаһы проекты

Был проект тәүгеләрҙән булып Ғафури районының хозур тәбиғәт ҡосағында, Уҡлыҡая итәгендә, Еҙем йылғаһы ярында гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү коммерцияла булмаған ойошма хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылды.

Уҡлыҡая итәген йәмләп һигеҙ тирмә ҡоролған. Уларҙың өсәүһендә халыҡ кәсептәренә өйрәтеүсе оҫтаханалар урынлашҡан. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Илһам Байбулдин был оҫтаханала боронғо ата-бабаларыбыҙ кеүек уҡ-һаҙаҡ эшләү, йәйә бөгөү алымдарына өйрәтә. Мәшһүр ҡурайсы тиҫтә йылдар элек боронғо музыка ҡоралдарын эшләүгә тотонған. Был өлкәлә тәжрибәһе лә етәрлек. Оҫталығын мәктәп уҡыусыларына, ә йортонда уландарына өйрәткән. Еҙем буйында оҫтахана асылыу уға ҙур мөмкинлек бирә. Уның эштәре менән хәҙер Ер шарының төрлө тарафтарынан килгән туристар ҙа таныша аласаҡ.
Был ерҙәрҙе төйәк иткән халыҡ борон-борондан күпләп мал үрсеткән, бал ҡорттары аҫраған. Һөттөң ағын тамсыһын да әрәм итмәй, туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡ етештергән. Ҡорот ыҫлаған, май бешкән. Был кәсептәрҙе бөгөн дә ҡатын-ҡыҙҙар дауам итә.
Экологик яҡтан таҙа төбәктә етештерелгән был ризыҡтарҙың даны бөтәһенә лә таныш. Туристар, ябай кешеләр Толпар ҡатын-ҡыҙҙары бешкән аҡ майҙы сират тороп ала. Ҡыҫҡаһы, халыҡта натураль ризыҡтар ҙур ихтыяж менән ҡулланыла.
Был тирмәлә башҡорт милли нағыштарына өйрәтеү оҫтаханаһы урынлашҡан. Ябай энә һәм еп ярҙамында өҫ кейемдәрен башҡорт милли стилендә бик ҡыҫҡа ваҡыт арауығында биҙәргә өйрәнергә мөмкин.Түшелдерек, елән, ҡашмау, балтитәкле сағыу күлдәктәр . Был кейемдәр менән фото төшөргә һәм һатып алырға ла мөмкин буласаҡ.
Ҡалған дүрт тирмә Ғафури районын төйәк иткән башҡорт,татар, сыуаш, рус халыҡтарының тормош-көнкүрешен, рухи-мәҙәни мираҫын сағылдыра. Был тирмәләрҙе тамаша ҡылыусылар тере тарих, этнография өлгөләре менән таныша. Гражданлыҡ йәмғәитен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проект Ғафури ерендә башланыуы йәш быуынға милли кәсептәргә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙан тыш, халыҡҡа яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк, тип көтөлә.
«Башҡортостан йөрәге» проектын асыу тантанаһы эшлекле, йылы шарттарҙа үтте. Сәхнәлә сығыш яһаусылар проектты тормошҡа ашырыусыларға артабан да уңыштар теләне. Ғафури ерендә асылған оҫтаханалар йыл әйләнәһенә был матурлыҡты тамаша ҡылырға килгән меңәрләгән туристарҙы йәлеп итер, тип көтәлә.
Гүзәл Борханова
Читайте нас: