+21 °С
Облачно
Новости
15 Августа 2020, 20:55

АВГУСТ ТӨНӨ

М.ҠЫҘРАСОВА

Август төнө. Эй, йондоҙҙар уңған!Нурға ғына тулып бешәләр,Йоҡламайса ғына тирһәңсе - типӨҙөлөп-өҙөлөп ергә төшәләр.Тиреп түгел, һоҫоп алып була,Ана, сүмес тора эленеп.Ай ситенә баҫҡан Зөһрә ҡыҙҙыңСиләгенән таша түгелеп,Эй, йондоҙҙар уңған! Сөбханаллаһ!Ҡош юлынан батмай уҙырлыҡ.Ҙур ғаләмдең йомарт яланынаМәңгелеккә ғашиҡ булырлыҡ.
Читайте нас