-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 19:00

ЫЙЫТ

Ыйыт ғәҙәттә күҙгә күренмәй. Ҡайғы килер алдынан ул кешенең төшөнә инә, балаһын илата, этен олота, ҡоҙғон, һайыҫҡан, кәкүк ҡиәфәтендә кәртә-ҡураға килә.

Ышаныуҙар буйынса, ҡайғы эйәһе. Башҡорт теленең диалекттарында ыйыт тартып илау, ыйыт күреү, ыйыт булыу тигән һүҙбәйләнештәр ҙә осрай. Ыйыт ғәҙәттә күҙгә күренмәй. Ҡайғы килер алдынан ул кешенең төшөнә инә, балаһын илата, этен олота, ҡоҙғон, һайыҫҡан, кәкүк ҡиәфәтендә кәртә-ҡураға килә.Күбәләк башҡорттарында кеше үлгәс туғандары илаһа, ололар оҡшатмай. ≪Ыйыт тартып илап ултырма, ҡалғандары һау булһын тип, әйт≫, - тиҙәр ғәҙәттә. Ололар шулай уҡ баланың ауыҙын асып бушҡа илауын да яратмай. ≪Яман була, ыйыт тарта, кемдеңдер башына илай был бала≫, - тиҙәр. Эт олоһа: ≪Ыйыт тарта, хужаһының башына олой≫, - тип, уны үлтерәләр. Кешенең рухы, бала, эт ыйытты, йәғни килер ҡайғыны, алдан күрә икән. Кеше уны күрмәй, тик күңеле генә һиҙә икән, тиҙәр.Ыйыт һүҙе төрки сығанаҡлы Ыйыҡ боронғо тәңре исеме менән тамырҙаш булырға тейеш.Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА.
Читайте нас: