+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 11:00

ҠУРАЙ

Ҡурай тик башҡорт ерендә генә үҫә!.. Донъяла тиңе булмаған музыка ҡоралы, башҡорт халҡының моң сығанаҡтарының береһе булған мәшһүр ҡурайыбыҙҙы барыбыҙ ҙа тик Урал тауҙарында ғына үҫә тип беләбеҙ.

Ысынлап та, ул донъяның башҡа бер ерендә лә үҫмәй, ул - тик башҡорттоң изге ере тыуҙырған, Аллаһы Тәғәлә тик башҡорттоң изге күңеле өсөн яралтҡан илаһи үҫемлек. Шуның өсөн уның урыҫса рәсми исеме лә "реброплодник уральский" тип атала. Беҙ уны ҡырлы ҡурай тип тә атайбыҙ.
Читайте нас: