+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 12:00

Уның бейеүҙәренә виртуозлыҡ һәм сағыу темперамент хас

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, таланты менән башҡорт ҡыҙҙарының романтик һәм тәьҫирле образдарын тыуҙырыусы бейеүсе Рәүилә Хажиеваға - 90 йәш.

Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, таланты менән башҡорт ҡыҙҙарының романтик һәм тәьҫирле образдарын тыуҙырыусы бейеүсе Рәүилә Хажиеваға - 90 йәш. Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында тыуған һәләтле ҡыҙ 1952 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлай. Ошо йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, 1972 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһында, 1975—1985 йылдарҙа Әбйәлил районында эшләй. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар берлеге менән хеҙмәттәшлек итә. Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы CCCР-ҙың халыҡ артисы Мәхмүт Эсамбаев менән бергә сығыш яһай. СССР буйлап һәм донъяның 30 илендә гастролдәрҙә йөрөй. Йәштәр һәм студенттарҙың VII бөтә донъя фестивале лауреаты була. «Биҙрә менән бейеү», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Ҡороҡсолар», «Шаян ҡыҙҙар» һәм башҡа башҡорт бейеүҙәрендә соло партияларын башҡара; СССР халыҡтары бейеүҙәрен, көнсығыш бейеүҙәрен (катхакали стилендәге һинд, лаос, елпеүестәр менән корея бейеүе) башҡара. Рәүилә Хажиева «Оҙон сәс», «Һалдат ҡайтты» (А. Н. Фәхретдинов менән берлектә) соло бейеүҙәрен; «Илгәҙәк», «Хәйерниса-Гөлниса», «Себер татарҙары» күмәк бейеүҙәрен сәхнәгә ҡуя. Үҙе һалған бейеүҙәрҙә ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бөтә матур сифаттарын һүрәтләп бирә.
Читайте нас: