+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Август 2020, 15:00

ИЛАҠ АВГУСТ

М.ҠЫҘРАСОВА

Әллә ниңә илаҡ ошо август...Оҙатыуҙар бәғерен теләме?Бәғерҙәрҙе телеп һаубуллашыуҺағыштарын ул да беләме?Белмәй тағы! Ана, һары япраҡАғасынан төшә өҙөлөп,Тәүге ҡоштар тубы саңҡылдашыпЙылы яҡҡа оса теҙелеп.Бәғеркәйен өҙөп, тәгәрәп китәАлмағастың алһыу алмаһы,Ер-әсәнән фатихалар алыпҮҙаллы тормошҡа аяҡ баҫаТәбиғәттең һәр бер балаһы.Тамаҡтағы төйөрөн өнһөҙ йотопБалаларын әсә оҙата.Балаларҙы әйҙәп юлдар ята,Әсә маңлайына һыр ята.Август, август... Тотош оҙатыуҙар,Ҡабат ҡайтыр өсөн китеүҙәр.Ҡайтыр ояларҙы һыуытмайсаОҙатҡанды һағынып көтөүҙәр.Әллә ниңә илаҡ ошо август...Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: