+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 13:00

Сибайҙарҙы ҡотларға теләһәгеҙ,

бәйгегә рәхим итегеҙ!

Сибай үҙенең 65 йыллығын ҡаршы алырға йыйына. Ошо уңайҙан #wellcometoSibay конкурсы иғлан ителә. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Сибай ҡалаһында йәшәү мотлаҡ түгел. Бары тик сибайҙарҙы байрам менән ҡотларға теләгегеҙ генә булһын.Шарттарға ярашлы, Ҡала көнөнә бағышлап ҡыҫҡа ғына видеоҡотлау әҙерләргә һәм уны ҡайһы булһа ла социаль селтәргә түбәндәге хештегтар менән беркетергә кәрәк: #wellcometoSibay #forumzauralye202019-20 августа Сибай ҡалаһы Ҡала көнөн генә байрам итмәй, ул был көндәрҙә эре эшлекле үҙәккә әйләнәсәк. Сөнки бында халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге эксперттар киләсәк һәм икенсе тапҡыр уҙғарылған "Урал аръяғы-2020" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашасаҡ.Рәсәй кимәлендәге шундай оло сараның халҡы 63 меңдән әҙ генә күберәк булған Сибайҙа үткәрелеүе мәртәбәле. Күп милләтле Сибай ҡунаҡсыл, ихлас халҡы менән дан тота. Был көндө Инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙы һеҙҙең һәр берегеҙ видеояҙма менән сәләмләй ала.Бер темаға ғына видеояҙма әҙерләргә мөмкин, ике теманы ҡушырға ла була. Әммә хештегтарҙы онотмағыҙ: #wellcometoSibay #forumzauralye2020Иң яҡшы ҡотлауҙар, мөрәжәғәттәр 19 август көнө Инвестиция һабантуйының төп сәхнәһенә сығарыла.
Читайте нас: