+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 14:00

Онлайн-концерт

1 сентябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры 29-сы концерт миҙгелен аса.

1 сентябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры 29-сы концерт миҙгелен аса. Онлайн тәртибендә ойошторолған тамашала донья классикаһы шедеврҙары яңғыраясаҡ. Концерттың солисы БР атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин. Танылған музыкант Вольфганг Амадей Моцарттың кларнет менән оркестр концертын уйнай. Шулай уҡ оркестр Моцарттың билдәле әҫәре «Фигаро туйы» операһынан увертюра башҡара. Симфоник музыка яратыусыларға, концерттың икенсе өлөшөндә Бетховендың №5 симфонияһы тәҡдим ителә.
Читайте нас: