Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының әҙәби-драматургия бүлеге “Драматург&Драматург” исемле әҙәби уҡыуҙар проектын тамамланы. Дүрт ай дауам иткән проектта Башҡортостандан 23 автор ҡатнашты. Улар араһында танылған һәм популяр драматургтар ҙа, күптән түгел генә яҙа башлаусылар ҙа бар.Ҡәҙимге уҡыуҙарҙан айырмалы, был проектта драматургтар бер-береһенең пьесаларын аудиояҙма вариантында тәҡдим иттеләр, уларҙы теләгән ваҡытта театрҙың Вконтакте төркөмөндә (https://vk.com/bashdram) тыңларға мөмкин, шулай уҡ унда авторҙарҙың пьесалары ла беркетелгән. Шуныһы ҡыуаныслы, проектта беҙ бихисап авторҙарҙы берләштерҙек.Ҡатнашыусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы, оригинал формат уларға драматург-коллегаларының ижады менән яҡынданыраҡ танышырға, ә үҙ әҫәрҙәренә объектив ҡарарға мөмкинлек биргән. Проект өҫтөндә уның авторы һәм кураторы Азалия Балгазина, баш мөхәррир Динара Ҡәйүмова, мөхәррирҙәр Алһыу Ғәлләмова, Ангелина Лоҡманова эшләнеләр. Проектты башлап ебәргәндә, бөгөнгө көндә драматургтарҙы нимә борсой, уларҙың әҫәрҙәрендә ниндәй уртаҡлыҡ бар, геройҙарҙың, сюжеттарҙың, уй-фекерҙәрҙең оҡшаш яғы бармы, әллә улар төрлөсә һәм үҙ-ара бәхәскә инәме… Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар табырға тырыштыҡ.Тулыраҡ http://bash.bashdram.ru/news/proektta-ҡatnashyu..