+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Август 2020, 16:00

«Башҡортостан йәштәре йыйыны»

мәғариф-мәҙәни форумы тамамланды

Күләмле сара «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләмәһендә ойошторолдо. Унда республиканан ғына түгел, илдең төрлө төбәктәренән дә ҡыйыу һәм яңы белемгә ынтылған йәш милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
«Башҡортостан йәштәре йыйыны»нда мәғариф-инновация, дискуссия майҙансыҡтары эшләне. Егет-ҡыҙҙар саф башҡорт телендә бәхәс ҡорҙо, көнүҙәк темаларға фекер алышты. «Алдар батыр» конкурсында үҙҙәренең социаль проекттарын яҡланы.
Быйыл «Йәштәр сәйәсәте лигаһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Күгәрсен районында мәғариф-мәҙәни форум уҙғарыу башланғысы менән сыҡҡайны, проектты Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы менән Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хупланы. Сараға Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән алдынғы ҡарашлы милләттәштәребеҙ саҡырылды.
«Югра башҡорттары» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ла форумдан ситтә ҡалманы. Милләттәштәребеҙ Ханты-Манси автономиялы округында башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Социаль проекттар тормошҡа ашыра.
Форум сиктәрендә «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» республика башҡорт халыҡ-тарихи йыры фестивале ойошторолдо. Бейеүселәр араһында ла бәйге үтте. «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында ҡурай моңо бер минутҡа ла тынманы.
«Мәргән уҡсы» хәрәкәте тарафынан да оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ғөмүмән, форум һабантуй яланын хәтерләтте. Бында йәштәр милли уйындарҙа ҡатнашып, рух күтәренкелеге алды.
Өс көн дауамында йәштәр физик яҡтан сыныҡты. Төрлө квест, спорт ярыштарында ҡатнашты. Сараны ойоштороусылар егет-ҡыҙҙарға патриотик тәрбиә биреүгә баҫым яһаны.
Йәштәр Оло Ыҡ йылғаһы ярында палаткалар ҡороп, хозур тәбиғәт ҡосағында күңелле ял итте. Биләмәлә көн һайын концерттар уҙғарылды. Башҡортостандың билдәле артистары сәхнәгә сығып, сағыу шоу-программалар ҡуйҙы.
Читайте нас: