+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 16:00

Дәртле, сағыу йырсы Таһир ӘСӘҘУЛЛИН

бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. Тик аҙаҡ уға спортты ташларға тура килә. Ни өсөн?

Мәктәптә бер шаян малай булдым инде. Теүәл фәндәрҙе яратманым. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләндем. Айырыуса теннисты яраттым. Был спорт төрө менән бер 5-6 йыл ныҡлы шөғөлләнгәндән һуң аҙаҡ ташларға тура килде. Сөнки ҙур спортҡа барыу өсөн яҡшы шарттары булған ҙур ҡалаларҙа шөғөлләнергә кәрәк. Мәҫәлән, Мәскәүҙә.Ата-әсәйем сәнғәт кешеләре булғас, миңә яҡын – сәнғәтте һайланым.
Читайте нас: