-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 19:00

БЫЖЫ

Быжы

Ышаныуҙар буйынса, бала ныҡ ҡурҡһа, уға быжы була, йәғни ул аяҡтан ҡала, атлай алмай башлай. Быжы булған баланы ғәҙәттә магик ысулдар менән дауалайҙар. Стәрлебаш районында яҙып алынған материал буйынса, быжы булған баланы икмәк көрәгенә бәйләп мейескә өс мәртәбә тығып алырға кәрәк. Мейескә тыҡҡанда өс тап ҡыр: «Ни булған? - Быжы булған!» - тигән һүҙҙәр ҙә әйтелә, икән. (Ф.Булатова. Стәрлебаш р-ны, Ибраҡай ауылы).Ышаныуҙар буйынса, Быжы эйәһе мейестән, өтөүҙән ҡурҡып, баланан сығып ҡаса икән. Быжы сығып ҡасҡас та, бала атлай башлай, тиҙәр.Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә атламаған баланың түбәһендә йылы икмәк һындырыу ысулы ла осрай. Был имләү ысулы буйынса һындырылған йылы икмәктең бер өлөшөн кендек әбейенә, икенсеһен эткә биреү, мотлаҡ. Икмәк һындырғанда түбәндәге һүҙҙәрҙе лә әйтәләр:- Йүгереп, йүгереп етә алһынЙүгеректәрҙе үтә алһын,Атлыларҙы ла уҙһын,Ғүмере оҙон булһын,һайыҫҡандан һаҡ булһын. (БХИ. Йола фольклоры. I т.).Башҡорт ышаныуҙарында ғәҙәттә һайыҫҡан ауырыу эйәһе итеп һүрәтләнә. Ошонан сығып өҫтә килтерелгән һүҙҙәрҙә шәп, йүгерек, ғүмерле булыуҙы теләү менән бер рәттән ауырыу эйәһенән һаҡ булыу теләге лә һалынған тип, әйтергә була.Быжы һүҙе быжыу «йомшарыу» ҡылымы менән бәйле булырға тейеш.Ф.Ғ. ХИСАМИТДИНОВА. “Башҡорт мифологияһы”
Читайте нас: