+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 13:00

«Беренсе республика» фильмы

«Алтын тәлинкә» премияһына дәғүә итә

Булат Йосоповтың «Беренсе республика» фильмы «Алтын тәлинкә» 1-се төбәк-ара кинопремияһының «Иң яҡшы композитор» номинацияһына (Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Рөстәм Сабитов) һайлап алынды.
Лауреаттарҙы ҡотлау тантанаһы 27 августа, Рәсәй киноһы көнөндә «Сәйҙәш» мәҙәни үҙәгендә үтәсәк. Кинопремияның приз фонды 1 300 000 һәм тәшкил итә.
Кинокартина былтыр «Алтын тәлинкә» кинопремияһының «Халыҡ һөйөүе» номинацияһында еңеп, 300 000 һумлыҡ премияға лайыҡ булғайны. Бүләкләү тантанаһы 2019 йылдың 27 декабрендә үтте.
«Алтын тәлинкә» кинопремияһының авторы һәм идея етәксеһе – «Кино ваҡыты» кинопроекттарға ярҙам итеү һәм фестивалдәрҙе ойоштороу дирекцияһы. Проект Президент гранттары фонды ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: