+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2020, 17:09

Һабын сәскә -

тәбиғәт тарафынан беҙгә бирелгән үҙенсәлекле бүләк, мөғжизәле күренеш ул.

Еүеш болондарҙа, урман ситтәрендә, һыу буйҙарында үҫкән был сәскәнең баҡса өлгөләре лә бар. Уның тамыры бик күп сирҙәрҙән дауа., хатта теш һыҙлауын да баҫа. Ләкин беҙ уға исем биргән сифатын тикшереп ҡарайыҡ.Һабын сәскәһенең барлыҡ өлөштәре лә, бигерәк тә тамырҙары, һыуға һалғанда һабын кеүек күпереп китә. Күперткес матдәләр – сапониндар хәҙер бик күп йыуғыс матдәләрҙең составына инә. Улар бигерк тә йөн һәм ебәк туҡымаларҙы йыуырға ҡулай. Кейемдәге таптарҙы ла еңел бөтөрә. Шул уҡ күперткес сифаттары арҡаһында һабын сәскәһе кулинарияла хәлүә, кремдар эшләүҙә ҡулланыла, ә аҙыҡ-түлек сәнғәтендә уны һыра, шампан шарабы составына индерәләр.Тәбиғәттә – һабын сәскә күп йыллыҡ үҫемлек. Сағыу, хуш еҫле сәскәләре менән ул әллә ҡайҙан уҡ үҙен танытып тора. Исеменән күренеүенсә, башҡорттар уны һабын урынына күберәк файҙаланып, дауалау сифаттарына әллә ни әһәмиәт бирмәгән. Бына ошондай юҫыҡта ҡарарға кәрәк: тимәк, уны файҙаланырлыҡ осраҡтарҙа унан да көслөрәк һәм еңелерәк табып булған башҡа үҫемлектәр бар, ә бына уларҙың үҙҙәрен иһә һабын урынына файҙаланып булмай. Ғөмүмән, һабындың үҙен дә башта оҙаҡ ҡайнатып эшләп сығарырға кәрәк әле, ә бында – тәбиғәт үҙе бүләк иткән үләнде йыйып эҫе һыуға һалырға ғына ҡала.Һабын сәскә – тәбиғәт тарафынан беҙгә бирелгән үҙенсәлекле бүләк, мөғжизәле күренеш ул. Күреүегеҙсә, тәбиғәт балаһы булған башҡорттар унан үҙенә кәрәкле бөтә нәмәне лә ала белгән.(Уның русса исеме – мыльнянка лекарственна).
Читайте нас: