-14 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 10:40

Рәсәйҙә донъяла беренселәрҙән булып коронавирусҡа ҡаршы вакцина теркәлде

Президент Владимир Путин Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе.

Президент Владимир Путин Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә ошо турала белдерҙе. Вакцинаны Николай Гамалей исемендәге Милли тикшеренеү үҙәге белгестәре уйлап тапты. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, препарат бөтә һынауҙарҙы үткән һәм кешелә коронавирусҡа ҡаршы ныҡлы иммунитет булдыра.Владимир Путин белдереүенсә, коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу ирекле була. Уны халыҡтың 60 процентына бушлай эшләйәсәктәр. Яҡын арала препарат күпләп етештерелә башлай. Кәңәшмә барышында Президент хөкүмәт ағзаларына ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Читайте нас в