Йәмәғәт эшмәкәре, филантроп һәм Хоспистарға ярҙам буйынса "Вера" хәйриә фонды ойоштороусыһы бөгөн Өфөләге төҙөлөш майҙансығында булды. Видеояҙма менән Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бүлеште.Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Өфөлә Хоспис төҙөлөшө уҙған айҙа башланды. Йыл аҙағына тиклем бинаның стеналарын күтәреү, ә 2021 йылдың аҙағына тәүге пациенттарҙы ҡабул итеү планлаштырылған.
Хоспис 60 урынлыҡ, уларҙың 40-ы ололар, 20-һе балалар өсөн тәғәйенләнгән. Һәр блокта йәйәү йөрөү урындары, балалар блогында уйын майҙансығы ҡаралған. Төҙөлөш хаҡы 800 миллион һум самаһы. Хәйриә аҡсаларын йыйыу дауам итә.